+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
13 Август 2021, 10:00

Татлы борос осһоҙ саҡта

Әле татлы боростоң иң осһоҙ ваҡыты. Шуға ла, ошо мәлде файҙаланып, тултырылған боросто күберәк эшләп, бешереп ашарға, туңдырып ҡуйырға ла була.

Татлы борос осһоҙ саҡта
Татлы борос осһоҙ саҡта

Бәләкәй кәстрүлгә бер стакандай дөгө ярмаһын йыуып, яртылаш бешереп алабыҙ.
15-ләгән татлы боростоң баштарын ипләп кенә киҫеп, орлоҡтарынан таҙартабыҙ. Сайҡатып, бер һауытҡа һалып торабыҙ.
Ярты килограмм һыйыр ите фаршына дөгөнө, тоҙ, бер аҙ ҡара борос, көнбағыш майында ҡыҙҙырылған һуған ҡушып, баҫабыҙ. Тәмләткес үләндәр һалырға ла була.
Боросҡа әҙер эслекте тултырып (саҡ ҡына урын ҡалырға тейеш), кәстрүл төбөнә тығыҙ ғына итеп теҙәбеҙ. Өҫтөнә әҙ генә күмеп торорлоҡ итеп һыу ҡоябыҙ, ҡайһы берәүҙәр ике-өс ҡалаҡ томат пастаһы ла һалып ебәрә. Талғын ғына утта 40 минут тирәһе бешерәбеҙ. Был ризыҡҡа гарнирҙың кәрәге юҡ, үҙе генә лә һурпаһы менән бик тәмле була.
Ә һеҙ тултырылған татлы боросто нисегерәк бешерәһегеҙ?

Читайте нас: