-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
1 Сентябрь 2021, 12:05

“Ҡош һөтө”

Еңел генә әҙерләнгән “Ҡош һөтө – Птичье молоко” тортын бешереп ҡарайыҡ.

“Ҡош һөтө”
“Ҡош һөтө”

Торттың корждары өсөн: йомортҡа – 3 дана, шәкәр ҡомо – 180 грамм, он – 130 грамм, 2 аш ҡалағы какао порошогы, бер семтем сәй содаһы, ярты стакан ҡайнаған һыу ҙә кәрәк буласаҡ.

Суфле өсөн 33 процентлы 250 грамм ҡаймаҡ, йомортҡа – 3 дана, 170 грамм шәкәр әҙерләгеҙ.

Тәүҙә корждарҙы бешереп алайыҡ. Барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып, миксер менән туғыйбыҙ ҙа һуңынан һыу өҫтәп, йәнә яҡшылап бутайбыҙ. Массаны формаға һалып, 170 градусҡа тиклем йылынған мейескә ҡуйып, 35 минут бешереп алабыҙ. Ул һыуынған арала суфле яһайыҡ. Йомортҡаның ағын һарыһынан айырып алабыҙ ҙа шәкәр ҡушып миксерҙа оҙаҡ ҡына туғылайбыҙ. Ҡаймаҡты ла айырым һауытта миксер ярҙамында бутайбыҙ. Һуңынан ике массаны бергә ҡушып, ҡалын итеп корж өҫтөнә һылайбыҙ. Һыуытҡысҡа 1 – 2 сәғәткә ҡуябыҙ. Торт әҙер. Фантазияғыҙға ҡарап, тәмлекәсте матур итеп биҙәп тә ҡуйһағыҙ була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: