

Һеҙгә ябай ғына рецепт тәҡдим итәбеҙ. Иң тәүҙә тәрән һауытҡа ике йомортҡаны туғып, 3 – 4 аш ҡалағы шәкәр, 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, бер семтем тоҙ һалып бутайбыҙ. Ярты балғалаҡ аш содаһын уксуста һүндереп, массаға ҡушып тағы туғыйбыҙ. Бер стакан он өҫтәп, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Шунан уны 0,5 – 0,7 сантиметр ҡалынлығында йәйеп, төрлө һындар киҫәбеҙ. Хәҙер табала уртаса утта көнбағыш майында ҡыҙҙырып алырға ғына ҡалды. Сәйегеҙ тәмле булһын!