

Һеҙгә бер рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Кәрәк буласаҡ: 500 грамм кишер, 40 миллиграмм үҫемлек майы, ярты балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ паприка, туралған укроп, 1 балғалаҡ тауыҡ ите өсөн ҡулланыла торған тәмләткес.
Соус өсөн: 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, укроп тәменә ҡарап.
Таҙа кишерҙе ваҡ таяҡсалар итеп турайбыҙ ҙа тоҙ, борос, паприка, укроп, тәмләткес һәм май өҫтәп яҡшылап бутайбыҙ. Кишер һалынған һауытты полиэтилен ҡаплап, ярты сәғәт өҫтәлдә тотабыҙ. Шунан уны пергамент йәйелгән табаға теҙеп сығабыҙ. 220 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 15 – 20 минут ҡыҙҙырабыҙ.
Бешеп сыҡҡансы соусын әҙерләйбеҙ. Укропты ваҡ итеп турап, ҡаймаҡ менән бутайбыҙ.
Әҙер кишерҙе мейестән алып һыуытҡас, ҡаймаҡ соусына манып ашарға кәрәк. Ашығыҙ тәмле булһын!