+19 °С
Ясно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
9 Ноября 2021, 04:00

Картуфтан – ҡоймаҡ

Ҡайһы ризыҡ иң тәмлеһе?

Картуфтан – ҡоймаҡКартуфтан – ҡоймаҡ
Картуфтан – ҡоймаҡ

Әлбиттә, бергәләп әҙерләгәне һәм ғаилә менән күмәкләп ултырып һыйланғаны. Әйҙәгеҙ әле был юлы ҡоймаҡ бешерәбеҙ. Тик ғәҙәтиһен түгел, ә картуфтыҡын.

Бик тиҙ генә әҙерләнә торған ризыҡ был. Иң мөһиме, уны бешергәндә һин дә әсәйеңә, өләсәйеңә ярҙам итә алаһың. Эш барышы былай: иң элек уртаса ҙурлыҡтағы 5 – 6 картуфтың ҡабығын әрсейбеҙ һәм ҡырғыс аша ҡырабыҙ. Һуңынан 3 – 4 йомортҡа, тәменә ҡарап тоҙ һәм 6 аш ҡалағы он һалып яҡшылап бутайбыҙ. Бына ҡоймаҡ өсөн ҡамыр әҙер ҙә! Инде ҡыҙған майлы табала ҡоймаҡты бешерәһе генә ҡалды. Тәмле булһын!

Фото: chelny-rt.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас