+11 °С
Дождь
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
7 Января 2022, 07:25

"Ҡара принц" торты

Каникул мәлендә яҡындарыбыҙҙы еңел генә әҙерләнә торған тәмле торт менән һыйлайыҡ әле.

"Ҡара принц" торты"Ҡара принц" торты
"Ҡара принц" торты

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: 1 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 2-3 сәй ҡалағы какао, 1 стакан кефир, 1 сәй ҡалағы аш һеркәһе, 1 стакан он.

Крем өсөн: 200 грамм аҡ май, ярты стакан шәкәр, 250 грамм ҡаймаҡ.

Йомортҡаны һәм шәкәрҙе миксер менән күпертегеҙ. Килеп сыҡҡан массаға кефир, аш һеркәһе ҡушып, тағын күпертеп алығыҙ. Унан һуң он һалып болғатығыҙ, ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ кеүек булырға тейеш. Майланған формаға ағыҙып, 180 градуслы духовкала бешереп алығыҙ. Бешеп сыҡҡанлығын шырпы менән тикшереп ҡарағыҙ. Бешкәс, алып бүлмә температураһында һыуытығыҙ. Шунан һуң 2 ҡат, йәғни 2 корж сығырлыҡ итеп киҫеп алығыҙ һәм крем һылағыҙ. 

Кремды әҙерләү өсөн аҡ майҙы шәкәр менән ыуып, ҡаймаҡ ҡушығыҙ һәм блендер менән болғатығыҙ. Тортты шоколад, сәтләүек менән биҙәргә була. Быныһы инде үҙегеҙҙең фантазияғыҙҙан тора. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото:https://yandex.ru/images/search

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас