+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
10 Февраля 2022, 09:10

Кәбеҫтәле бәлеш

Тәмле, туҡлыҡлы, шул уҡ ваҡытта тиҙ генә әҙерләне торған бер бәлеш рецебы тәҡдим итмәксебеҙ. 

Кәбеҫтәле бәлешКәбеҫтәле бәлеш
Кәбеҫтәле бәлеш

Ҡамыр өсөн: 3 йомортҡа, 5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 3 аш ҡалағы майонез, 6 аш ҡалағы он, 1 балғалаҡ тоҙ, 2 балғалаҡ йомшартҡыс кәрәк буласаҡ. Барыһын да бергә ҡушып болғатабыҙ. Ҡоймаҡтыҡы һымаҡ ҡамыр килеп сығырға тейеш.

Кәбеҫтәне турап, һуған, йәшел тәмләткестәр ҡушып, томалап бешереп алабыҙ.

Табаға ҡамырҙың бер өлөшөн һалып, өҫтөнә кәбеҫтә эслеген йәйәбеҙ. Шунан ҡалған ҡамыр менән ҡаплап ҡуябыҙ. Әҙер булғас, өҫтөнә кунжут һибеп, духовкаға оҙатабыҙ. 30 минуттан тәмле бәлеш менән сәй эсергә лә була. 

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=%D0

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас