+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
16 Февраля 2022, 08:50

«Гранатлы беләҙек» салаты

Был салат тәмле булыуы менән генә түгел, ә матурлығы менән дә табындарығыҙҙы йәмләр.

Ул ҡатлап эшләнә, һәр ҡат һайын майонез һылана.

Ингредиенттар:

200 грамм тауыҡ филеһе;

3 йомортҡа;

1 һуған;

4 бешкән картуф;

3 бешкән ҡыҙыл сөгөлдөр;

2 бешкән кишер;

2 аш ҡалағы грек сәтләүеге;

200 грамм майонез;

тәменә ҡарап тоҙ һәм борос.

Бешкән картуф, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр һәм йомортҡаны ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Тауыҡ итен шаҡмаҡлап турайбыҙ. Һуғанды турап, майлы табала ҡыҙҙырабыҙ. Артабан грек сәтләүеген иҙергә һәм гранаттың төштәрен айырырға кәрәк. 

Тәрилкә алып, уртаһына стакан ултыртабыҙ ҙа уны уратып, ингредиенттарҙы һала башлайбыҙ. Иң тәүҙә тауыҡ ите, кишер, унан һуң грек сәтләүеге, артабан картуф, шунан тағы ла грек сәтләүеге һалабыҙ. Унан һуң ҡыҙҙырылған һуған килә, өҫтөнә йомортҡа һалына. Ҡалған грек сәтләүеген һалғас, сират - ҡыҙыл сөгөлдөргә. Иң аҙаҡтан гранат һибәбеҙ һәм тәрилкә уртаһында ултырған стаканды ипләп кенә  алабыҙ. 

"Гранатлы беләҙек" салаты әҙер. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото:https://yandex.ru/images/search?text

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас