+19 °С
Болотло
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
27 Февраль 2022, 10:15

Файҙалы чипсы

Чипсы ашарға яратаһығыҙмы? Ул бит зыянлы, тиерһегеҙ. Ә бына өй шарттарында үҙ ҡулдарың менән файҙалыһын да  әҙерләп була икән.

Файҙалы чипсыФайҙалы чипсы
Файҙалы чипсы

Нисек, тиһегеҙме? Бары тик әрмән ләүәше, ике аш ҡалағы көнбағыш майы, 1-2 тырнаҡ һарымһаҡ, тәмләткестәр кәрәк. Йоҡа ләүәште һалма киҫкән һымаҡ шаҡмаҡлап киҫәбеҙ. Айырым һауытта көнбағыш майын, тәмләткестәрҙе, пресс аша сығарылған һарымһаҡты болғатабыҙ. Килеп сыҡҡан соусҡа киҫелгән ләүәште һалып бутайбыҙ. Табаға пергамент ҡағыҙ йәйеп, ләүәш киҫәктәрен теҙеп һалабыҙ ҙа духовкала 5-10 минут, ҡыҙарғансы, бешереп алабыҙ.

Хәҙер инде файҙалы һәм кетерләп торған тәмле чипсы менән һыйланырға ла була.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас