

Ҡамыр өсөн әҙерәк иретелгән һәм йомшартылған 1 ҡап аҡ май, ярты стакан үҫемлек майы, 1 стакан һөт, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ тоҙ, 4-5 стакан он кәрәк була.
Эслеккә 700 грамм шаҡмаҡлап туралған майлы ит, уртаса ҙурлыҡтағы 7-8 картуфты ваҡ шаҡмаҡ итеп турап һалабыҙ, 1 һуған, тоҙ, борос өҫтәйбеҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, түңәрәк формалар эшләйбеҙ, шунан инде эслекте тултырһаҡ та була. Һәр өсбосмаҡтың өҫтөнә туғылған йомортҡа һөртөп сығабыҙ ҙа ҡыҙыу духовкала бешереп алабыҙ.