+11 °С
Дождь
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
7 Марта 2022, 06:40

Балыҡтан бәлеш

Байрам көндәрендә яҡындарыбыҙҙы тәмле бәлеш менән һыйлайыҡ.

Балыҡтан бәлешБалыҡтан бәлеш
Балыҡтан бәлеш

Ҡамыр өсөн 1 стакан кефир, ярты стакан майонез, 3 йомортҡа, 8 ҡалаҡ он, самалап тоҙ, эслек өсөн 1 стакан дөгө ярмаһы, 1 банка майлы консерва (сайра йәки башҡа төрлө балыҡтан) кәрәк була.

Дөгө ярмаһына аҙ ғына тоҙ һалып, талғын утта бешереп алғас, һалҡын һыуҙа сайҡарға. Бер банка сайра консерваһын сәнске менән иҙергә. Кефирға майонез, йомортҡа, он һәм тоҙ һалып, шыйыҡ ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе болғатырға.

Майланған табаға ҡамырҙың яртыһын ҡойғас, өҫтөнә тигеҙ генә итеп әҙер дөгө ярмаһын, шунан һуң консерва балығын һалырға ла ҡалған ҡамырҙы ҡойорға. 180-200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә ярты сәғәттә әҙер була.

Сығанаҡ "Башҡортостан календары"нан.

Фото:https://1000.menu/cooking/17975-zalivnoi-piro

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас