+23 °С
Дождь
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
11 Марта 2022, 11:35

Тәмле пицца

Бөгөн һеҙгә телеңде йоторлоҡ тәмле пицца бешерергә өйрәтмәксебеҙ. Алда ял көндәре көтә. Яҡындарығыҙҙы һыйларһығыҙ.

Тәмле пиццаТәмле пицца
Тәмле пицца

Ҡамыр өсөн: берәр стакан кефир һәм һыу, 7 стакан он, 1 аш ҡалағы ҡоро сүпрә, 5 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы тоҙ кәрәк буласаҡ.

Эслеккә: 500 г. бешкән ит, 100 г ҡаты сыр, 10 - 15 бөртөк зәйтүн емеше, 3 - 4 ҡалаҡ майонез һәм кетчуп, бер баш һуған, 1 - 2 помидор, болгар боросо кәрәк.

Кефир, тоҙ, шәкәр ҡомо, үҫемлек майын ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Йылы һыуға сүпрә һалабыҙ. Ул ҡабарғас, кефирлы массаға ҡушабыҙ. Он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа 40 - 45 минутҡа йылы урынға ҡуябыҙ. Ҡамыр әҙерәк күтәрелгәнсе эслек әҙерләйбеҙ. 

Табаны майлап, ҡамырҙы йәйәбеҙ һәм өҫтөн кетчуп менән буяйбыҙ. Шунан һуң ваҡлап туралған ит, борос, помидор, зәйтүн емеше, майонез һалабыҙ. Иң аҙаҡтан ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ һәм духовкаға оҙатабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото:https://yandex.ru/images/search?from

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас