

Кәрәк буласаҡ: 600 грамм ярмалы картуф, 4 аш ҡалағы он, 4 йомортҡа, 3 аш ҡалағы һөт, самалап тоҙ, шәкәр, онталған сәтләүек, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы.
Картуфты ҡабығы менән бешереп, эҫе көйө әрсеп, төйөргә лә иҙмәгә йомортҡа һытып, он, һөт, тоҙ, сәтләүек, шәкәр ҡушып, болғатырға кәрәк.Шунан инде әҙер массаны майлы табала ҡоймаҡ итеп бешереп алырға. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!