+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
22 Март 2022, 07:35

"Ҡырмыҫҡа иләүе"

Әйҙәгеҙ, сәй табынына тәмлекәс бешереп алайыҡ.

"Ҡырмыҫҡа иләүе""Ҡырмыҫҡа иләүе"
"Ҡырмыҫҡа иләүе"

1 ҡап иретелгән маргарин, 1 йомортҡа, яртышар стакан шәкәр ҡомо, һөт, һеркә (уксус) менән һүндерелгән 1 сәй ҡалағы сода һалып, ҡаты итеп ҡамыр баҫабыҙ. Шунан берәй сәғәткә уны һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Һуңынан ит турағыс аша үткәреп, табаға йоҡа ғына итеп һибеп һалабыҙ ҙа духовкаға бешерергә ҡуябыҙ. Бешеп сыҡҡас, 1 банка ҡуйыртылған һөткә (сгущенное молоко) һалып болғайбыҙ. Аҙаҡ ҡырмыҫҡа иләүе формаһында тәрилкәгә өйөп ҡуябыҙ. Өҫтөнә мәк орлоғо, кунжут, ҡырғыстан үткәрелгән йәки иретелгән шоколад, ваҡ кәнфиттәр ҙә һибергә була. Ә тәмлелеге-е!

Фото: https://yandex.ru/images/search?t

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас