

Өс ләүәш алып, өҫтөнә майонез һөртөп, һәр береһен алты өлөшкә бүләбеҙ. Һәр ләүәш киҫәгенә колбаса йәки бешкән ит, картуф иҙмәһе, ҡыҙҙырылған бәшмәк, ваҡлап туралған ҡыяр менән помидор һалабыҙ. Өҫтөнә бер телем сыр ҡуйып, йәймәне конверт кеүек төрәбеҙ. Ләүәштәр әҙерәк көнбағыш майы һөртөлгән табала талғын утлы мейестә бешереп алына.