+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
3 Апреля 2022, 08:55

Ҡыҙҙар, салат әҙерләйбеҙме?

Әйҙәгеҙ, ял көнө тәмлекәс әҙерләп алайыҡ. Был салатты әҙерләү өсөн беҙгә кәрәк буласаҡ: бешкән тауыҡ ите, ваҡ итеп туралған башлы һуған, бешкән картуф, тоҙло ҡыяр, бешкән йомортҡа, бешкән кишер, йәшел әнис, 1 банка маринадланған бәшмәк.

Ҡыҙҙар, салат әҙерләйбеҙме?Ҡыҙҙар, салат әҙерләйбеҙме?
Ҡыҙҙар, салат әҙерләйбеҙме?

Ҡат һайын самалап майонез (мөмкин ҡаймаҡ) һөртәбеҙ. Һуғанды турағас, аҙ ғына алма һеркәһе ҡушып, әсеһен сығарабыҙ. Шулай тәмлерәк була.
Өҫтөн һүрәттәгесә биҙәйбеҙ. Салатығыҙ тәмле булһын!

 

Фото һәм мәғлүмәт: “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” сәхифәһенән алынды.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас