

Кәрәк буласаҡ: 2 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 стакан йогурт, 1 сәй ҡалағы сәй содаһы, 1,5 стакан он, ванилин һәм ниндәй ҙә булһа ҡайнатма.
Әҙәрләү ысулы: йомортҡаны шәкәр һәм ванилин менән күпертеп, йогурт, сода, он ҡушып, шыйыҡ ҡамыр яһайбыҙ. Табаға пергамент ҡағыҙын йәйеп, ҡамырҙы шунда ағыҙабыҙ. 300 градуслы духовкала 7-8 минут алһыуланғансы бешерәбеҙ. Бешеп сыҡҡас,уны духовканан алып, еүеш сепрәккә алһыуланған яғы менән ауҙарабыҙ. Эсенә ниндәй ҙә булһа ҡайнатма һылайбыҙ. Шунан туҡыма ярҙамында рулет итеп төрөп, туҡымаһын алып, һыуытабыҙ. Өҫтөнә шәкәр пудраһы ла һибеп, емеш-еләк менән дә биҙәһәгеҙ, тәмле генә тугел, матур ҙа рулет килеп сығасаҡ.