

200 г бешкән ит,
4 бешкән йомортҡа,
2 бешкән сөгөлдөр (уртаса ҙурлыҡта),
2 бешкән кишер (уртаса ҙурлыҡта),
100 г ҡаты сыр,
2 тырнаҡ һарымһаҡ,
майонез.
Әҙерләү ысулы: итте һәм һарымһаҡты ваҡлап турап, майонез ҡушабыҙ ҙа болғатабыҙ. Шуны тәрилкәгә беренсе ҡат итеп һалабыҙ. Артабан ҡырғыс аша үткәреп, йомортҡа, сөгөлдөр, кишер һәм сыр һалына. Араларына йоҡа итеп майонез һөртәбеҙ. Аҙаҡ тәме һеңһен өсөн һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Салатығыҙ тәмле булһын!