+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
10 Апрель 2022, 09:05

Их, ҡоймағы ла, ҡоймағы...

Әйҙәгеҙ, Әминә Тимерғәлиеваның рецебы буйынса  сүпрәһеҙ (манный ярмаһы менән) ҡоймаҡ ҡойоп алайыҡтар, дуҫтар!  

Их, ҡоймағы ла, ҡоймағы...
Их, ҡоймағы ла, ҡоймағы...

0,5 литр кефир,
1 балғалаҡ тоҙ,
2 аш ҡалағы шәкәр,
2 йомортҡа (барыһын бергә ҡушып, яҡшылап бутарға кәрәк).
Артабан 2 стакан он, 2 стакан манный ярмаһы.
Барыһын да яҡшылап болғарға, яйлап ҡына ҡайнар һыу өҫтәй-өҫтәй ҡаймаҡ ҡуйылығына еткерергә.
Сәй ҡалағында һүндерелгән сода ла өҫтәргә онотмағыҙ. Ҡамырҙы ярты сәғәттәй ҡабартып алғас, ҡоймаҡ ҡоя башларға ла мөмкин. Тәмле булһын ҡоймағығыҙ!

Фото: https://vk.com/beauty_blog19

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: