+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
21 Апрель 2022, 15:50

«Яҙ» салаты

Тиҙ генә әҙерләнә торған еңел, әммә телеңде йоторлоҡ тәмле булған бер салат эшләргә өйрәтмәксебеҙ.

"Яҙ" салаты
"Яҙ" салаты

Бының өсөн консерваланған бер банка треска бауыры, помидор, ҡыяр, бешкән йомортҡа, йәшел һуған һәм йәшел тәмләткестәр, тоҙ һәм көнбағыш майы кәрәк буласаҡ.

Барлыҡ ингредиенттарҙы турап, көнбағыш майы, тоҙ һалып болғатырға. Кемдәр ярата, майонез ҡулланырға ла мөмкин.

Фото: https://medaboutme

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: