+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
23 Апрель 2022, 16:05

Был ҡамырҙан – пицца һәм башҡа тәмлекәстәр

Тиҙ генә әҙер була торған ҡамыр, һәр төрлө ризыҡ бешерергә була. Беҙгә кәрәк буласаҡ:

Был ҡамырҙан – пицца һәм башҡа тәмлекәстәр
Был ҡамырҙан – пицца һәм башҡа тәмлекәстәр

1 стакан кефир, 0.5 стакан көнбағыш майы, 1 пакет (11 грамм) ҡоро сүпрә, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 3 стакан самалап он.

Әҙерләү:
Кефирға көнбағыш майын ҡушып әҙерәк йылытабыҙ, тоҙ менән шәкәр өҫтәйбеҙ, иләнгән ондо сүпрә менән бутайбыҙ. Ондоң өҫтөнә яйлап кефирҙы ҡоябыҙ һәм йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн ябып, ҡалҡһын өсөн 30 минутҡа йылы ергә ҡуйып торабыҙ. Ҡамыр ҡалҡҡансы, эсенә нимә теләйһегеҙ, шуны әҙерләгеҙ. 

Майлы табаға бөйөрөктәрҙе йәбештерелгән яғы менән аҫҡа ҡаратып теҙәбеҙ.  10 минут ҡабартҡандан һуң, өҫтөнә йомортҡаның һарыһын һөртәбеҙ.

Ҡыҙартып ҡына бешереп алабыҙ.

Был ҡамырҙан  пицца, бөйөрөк һәм башҡа тәмлекәстәр бешерергә була.
Ҡамыр һәр ваҡыт уңып сыға.

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: