+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
30 Апрель 2022, 12:55

Баллы печенье

Әйҙәгеҙ, сәй янына тәмле генә печеньелар бешереп алайыҡ. Шул тиклем еңел генә әҙерләнә, ә тәмлелеге! 

Баллы печенье
Баллы печенье

2 йомортҡа һәм 1 стакан шәкәрҙе күперткәнсе туғырға, бер ҡап иретеп һыуытылған аҡ май, 2 аш ҡалағы бал, 3 аш ҡалағы майонез йәки ҡаймаҡ, 1 сәй ҡалағы һүндерелгән сода һәм самалап он һалып ҡамыр баҫырға.

Әҙер ҡамырҙан үҙегеҙ теләгән фигуралар ҡырҡып, духовкала бешереп алырға. Печеньеларығыҙ тағы ла тәмлерәк булһын тиһәгеҙ, 1 йомортҡа ағы, 250 грамм шәкәр пудраһы һәм 2 сәй ҡалағы лимон һуты һалып эшләнгән шәрбәтте өҫтөнә һөртөргә лә була. Бешерер алдынан өҫтөнә сәтләүек һалһағыҙ ҙа, бик тәмле буласаҡ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, уңғанбикәләр!

Сығанаҡ: vk.com

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: