+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
30 Апрель 2022, 18:43

Ғәйет ҡоймағы

Йома һайын таба еҫе сығарып, ҡоймаҡ ҡойорға тырышабыҙ. Ә мосолман байрамдарында электән өләсәйҙәребеҙ ғәйет ҡоймағы бешереп һыйлай торғайны. Унан ярҙамға мохтаж күршеләргә лә өлөш сығара инеләр, шулай бит? Ә һеҙ был ризыҡты ниндәй рецепт буйынса бешерәһегеҙ? Cөсө ҡоймаҡ яратаһығыҙмы әллә әсеһенме? Беҙ сөсөһөнөң бер төрөн ошолай бешерәбеҙ.

Ғәйет ҡоймағы
Ғәйет ҡоймағы

1 литрҙай һөткә йылытыр өсөн ҡайнаған һыу өҫтәйбеҙ, 2-3 йомортҡа ҡушабыҙ, кәрәгенсә тоҙ, шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ аш содаһы, он ҡушып болғатабыҙ. Бешергәндә табаны гел майлап тормаҫ өсөн, ҡоймаҡ йәбешмәҫкә 1-2 ҡалаҡ көнбағыш майы йәки шул сама иретелгән аҡмай һалып ебәрәбеҙ. Ҡамыр өҙер булғас, өҫтөнә саҡ ҡына ҡайнаған һыу ҡойһаң, матур булып күҙләнеп бешәсәк.

Ҡоймаҡтарҙы иретелгән һыйыр майы менән майлап, өҫтәлгә ҡуябыҙ. 

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: