-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
2 Май 2022, 12:00

Минераль һыу менән емешле бәлеш

Кәрәк буласаҡ: 1 аш ҡалағы көнбағыш майы, 1 стакан минераль һыу, 4 йомортҡа, 2 стакан шәкәр ҡомо, 1 пакет ванилин (10 грамм), 4 стакан он, 1 пакет разрыхлитель (10 грамм), 3-4 мандарин һәм 200 грамм сейә.

Минераль һыу менән емешле бәлеш
Минераль һыу менән емешле бәлеш

Әҙерләү өсөн:
1. Минераль һыу менән көнбағыш майын бергә ҡушабыҙ ҙа, ошоға тағы йомортҡа, шәкәр ҡомо, ванилин, разрыхлитель ҡушабыҙ. Шунан яҡшы итеп болғайбыҙ.
2. Ондо иләп, ошо шыйыҡсаға ҡушабыҙ.
3. Майлы табаға йәки йәймәгә һалып, тигеҙләп сығабыҙ.
4. Өҫтөнә сейә һәм мандариндарҙы һалып сығырға.
5. Әҙерәк маргаринды он менән бутап, ваҡлап, бәлештең өҫтөнә һибеп сығырға.
6. Эҫе духовкала 40-45 минут бешереп алырға.
7. Бешеп сыҡҡас, бәлеш өҫтөнә шәкәр пудраһы  һибергә мөмкин.

 

Мәғлүмәт һәм фото: https://sun9-1.userapi.com/s/v1/if2/jb-MaVp3C-RvqcFKuDwS4Yyp7jcnluKnsqQCOcBEGfq8kMJl7C8-KJe3i5m_TytGXebJHqfWYPrAFhN4OXqjdCyg.jpg?size=376x376&quality=95&type=album

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: