+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
3 Май 2022, 13:00

Манный ярмаһынан тәмлекәс

Манный ярмаһы менән бешерелгән тәмлекәс (манник) – күп хужабикәләрҙең яратып бешергән аҙығы. Ә был рецепт буйынса әҙерләнгәне айырыуса, тәмле лә, ауыҙҙа ла иреп кенә тора. Әҙерләү ысулы ла ябай ғына. Кәрәк буласаҡ: 1 стакан кефир, 1 стакан манный ярмаһы, 1 стакан он, 1 стакан һөт,  1 стакан шәкәр ҡомо, 1  йомортҡа, 1 балғалаҡ сода, 1 пакет ванилин (10 грамм).

Манный ярмаһынан тәмлекәс
Манный ярмаһынан тәмлекәс

Әҙерләү: барыһын бергә ҡушабыҙ ҙа, яҡшылап бутап, майлы табаға һалабыҙ.  Мейестә (180 градус) ярты сәғәт тирәһе бешерергә. (Әйткәндәй, ондо самалап һалығыҙ. Артыҡ ныҡ күп булмаһын. Ҡамыр ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш.)
Алһыуланып бешкән пирогты шырпы бөртөгө менән төртөп,  ҡарарға кәрәк мейестән алыр алдынан. Шырпы ҡоро булһа, бешкән.
Унан бер стакан ҡайнатып һыуытылған һөттө пирогҡа ҡойорға. Башта ғына һыулы һымаҡ тойоласаҡ. Бер-ике минуттан һөт һеңеп бөтә. Бындай манник һутлы һәм бик тәмле килеп сыға.

 Бешереп ҡарағыҙ, һис үкенмәҫһегеҙ!

 

 Фото: https://sun9-31.userapi.com/s/v1/if2/yfokFxpeUtIkVyFaR7dvCCNkmnlR-xhAJR5ZVB5D2wGsjoow1pTkABR2POHOQkzuiq7AgYgvFQwh4ZIy27phi4S9.jpg?size=255x198&quality=95&type=album

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: