+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
4 Май 2022, 12:25

Баллы торт

Әйҙәгеҙ, ял көндәрендә яҡындарыбыҙҙы тәмле торт менән һыйлайыҡ.

Баллы торт
Баллы торт

Кәрәк буласаҡ: 0,5 кг он, 2 йомортҡа, 250 г маргарин, 2 аш ҡалағы бал, бер стакан шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ аш содаһы, бер һауыт ҡуйыртылған һөт.

Әҙерләү ысулы: туғылған йомортҡаға бал, шәкәр, маргарин ҡушып, он өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы 6-7 сантиметр ҡалынлыҡта йәйеп, 180 градусҡа тиклем эҫе­телгән духовкаға ҡуябыҙ.

20–25 минут үтеүгә, бешеп тә сыға. Өҫтөнә ҡуйыртылған һөт яғабыҙ (ҡуйыртылған һөттө һауыты менән һыуҙа ҡайнатырға йәки әҙер ҡайнатыл­ғанды һатып алырға). Шулай уҡ өҫтөн ыуылған печенье вағы, йө­ҙөм, өрөк, сәтләүек онтағы, иретелгән шоколад менән биҙәргә мөмкин. Быныһы инде һәр кемдең фантазияһынан тора.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: vk.com

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: