-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
4 Май 2022, 23:10

Туңдырма яратаһығыҙмы?

Көндәр йылынды, балалар ғына түгел, хатта үҙебеҙ ҙә яратабыҙ туңдырманы. Әйҙәгеҙ әле, файҙалы ла, тәмле лә ризыҡты өйҙә эшләп ҡарайыҡ.

Кәрәк буласаҡ: 1,5 стакан шәкәр, 1 литр һөт, 100 грамм аҡ май,1 аш ҡалағы крахмал, 5 йомортҡа һарыһы.

Аҡ майҙы йылы һөткә һалабыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ. Икенсе һауыт алып, шәкәр ҡомо, крахмал, йомортҡа һарыһын ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Унан өҫтөнә әҙ-әҙләп һөт ҡушабыҙ. Ул шыйыҡ ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш.
Был мәл һөт ҡайнап сығырға тейеш. Был һары төҫтәге шыйыҡсаны ҡайнап ултырған һөттө туҡый-туҡый ҡоябыҙ.
Тағы ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ. Уны уттан алып, тиҙ генә һауытын (кәстрүлде) һыуыҡ һыу өҫтөнә ултыртабыҙ. Бер аҙ һыуынғансы, болғатып торорға кәрәк.
Ныҡлап һыуығас, туҡып алабыҙ ҙа, әҙер формаларға ҡойоп, һыуытҡысҡа ултыртабыҙ.

 

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: