+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
7 Май 2022, 14:15

Сәйгә - тәмлекәс

Әйҙәгеҙ, сәй табынына тәмле генә урама (рулет) бешереп алайыҡ. 

Сәйгә - тәмлекәс
Сәйгә - тәмлекәс

Кәрәк буласаҡ: 4 йомортҡа, 7 аш ҡалағы шәкәр, 1стакан он, ½ сәй ҡалағы аш һеркәһендә һүндерелгән сода.
Йомортkа hәм шәкәрҙе миксер менән туғыйбыҙ. Яҡшылап күпергәс, аш һеркәһендә hyндерелгән сода hалабыҙ ҙа болғатабыҙ. 1 стакан ондо (ике өлөшкә бүлеп) haлабыҙ ҙа миксер менән яҡшылап күперткәнсе туғыйбыҙ. Тигеҙ генә шыйыҡ ҡамыр килеп сыға.Әҙер массаны пергамент kaғыҙ түшәлгән табаға ҡойабыҙ.
Алдан йылытылған духовкаға тығып, 180 градуслы ҡыҙыулыҡта 10-12 минут бешереп алабыҙ.
Өҫтәлгә, пергамент ҡағыҙына, бешеп сыҡҡан бисквитты әйләндерәбеҙ.
Эҫе көйөнсә, пергамент ҡағыҙ менән бергә, бисквитты урайбыҙ һәм һыуытырға ҡуябыҙ. Һыуынғас, яйлап ҡына кире йәйеп һалып, эслек һылайбыҙ. Эслек урынына үҙегеҙгә оҡшаған повидло ҡуллана алаһығыҙ. 

Фото һәм сығанаҡ: vk.com

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: