+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
11 Май 2022, 10:55

Яҙғы аштар

Май айында ете төрлө үләндән ауыҙ итергә, балтырғандан өс тапҡыр аш бешерергә кәрәк, тигән боронғолар. Яңы "уңыш"ты өҙөп ҡапҡанда: "Иҫке ҡорһаҡ, яңы аш, бөтә ауырыу, минән ҡас!" - тип әйтергә лә онотмағыҙ!

Яҙғы аштар
Яҙғы аштар

Боронғоса кесерткән ашы

Бер аш тәрилкәһе тулы кесерткән (өҫкө япраҡтары), 3 картуф, 3 йомортҡа, 1 стакан самаһы он, тәменсә тоҙ, борос, ҡаймаҡ, ҡатыҡ кәрәк.

Ҡайнап ултырған тоҙло һыуға картуфты турап һалырға. Ул бешкәнсе онға 1 йомортҡа һытып,  ыумас ыуырға. Болғата-болғата ыумасты ашҡа һалырға. Кесерткән япраҡтарын яҡшылап йыуып, бешекләгәс, ипләп кенә япраҡтарҙы алып турарға. 2 йомортҡаны һытып, кесерткән япраҡтары менән болғатырға һәм ашҡа һалырға. 5 минуттан аш әҙер. Табынға ҡаймаҡ, ҡатыҡ менән бирергә.

Балтырған ҡоймағы

350-400 грамм төрлө үлән -шпинат, кесерткән, балтырған), 100 грамм йәшел һуған, 2 стакан һөт, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ аш содаһы, тәменсә тоҙ, үҫемлек майы, ҡаймаҡ йәки әсегән һөт кәрәк.

Үләндәрҙе йыуып, бешекләгәс, ит турағыстан үткәрергә. Бар ризыҡты бергә ҡушып, ҡамыр әҙерләгәндә үләндәрҙе лә шунда һалырға. Артабан ғәҙәти ҡоймаҡ кеүек ҡыҙған майлы табала бешерергә.

Сығанаҡ: "Башҡортостан календары"нан алынды.

Фото: rbsmi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: