+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
12 Май 2022, 16:20

Алма бәлеше

Ҡоро ҡамыр һәм ҡырғыстан үткәрелгән алманы сиратлап ҡатлап һалып әҙерләнгән тәмле бәлеш рецебын тәҡдим итмәксебеҙ. 

Ингредиенттар: 1 стакан манный ярмаһы, 1 стакан он, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1,5 сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс, уртаса ҙурлыҡтағы 5 алма, 3 — 5 аш ҡалағы лимон һуты һәм 1 стакан һөт кәрәк буласаҡ. 
Әҙерләү ысулы: манный ярмаһын, ондо, шәкәр ҡомон, ҡамыр йомшарҡысты бергә ҡушып болғатырға. Алманы эре ҡырғыстан үткәреп, ҡараймаһын өсөн өҫтөнә лимон һуты һибергә. Табаны маргарин йә иһә аҡ май менән майлап, бер стакан ҡоро ҡамырҙы һалып, тигеҙләп йәйәбеҙ. Өҫтөнә ҡырылған алманы һибәбеҙ. Ошо тәртиптә тағы ла берҙе ҡабатлайбыҙ. Өҫкө ҡаты ҡоро ҡамыр була.
Духовкаға тығыр алдынан бәлештең өҫтөнә бер стакан ҡайнар һөт ҡойорға кәрәк. Һөт аҫҡы ҡатына ла үтһен өсөн бәлеште бысаҡ йәки сәнске менән тишкеләгеҙ. Һөт урынына өҫкө ҡатына май киҫәктәре теҙеп сығырға ла мөмкин. 180 градус эҫелектәге духовкала 50 минут самаһы бешә. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: