+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
14 Май 2022, 12:35

Бәпембә сәскәһенән – бал

300 бәпембә сәскәһен йыйып алырға кәрәк. Ҡайнатма яһар өсөн ике стакан һыуға 1 килограмм шәкәр һалып, иҙелеп бөткәнсә ҡайнатырға.

Бәпембә сәскәһенән – бал
Бәпембә сәскәһенән – бал

Бәпембәнең сәскәһен генә  ҡалдырып, һалҡын һыуҙа йыуып, сиропҡа төшөрөргә. 20 минут ҡайнатҡандан һуң, уттан алырға. Ике-өс минут ҡалғас, ярты лимон һут, йәки ярты балғалаҡ лимон кислотаһы өҫтәргә кәрәк.

 Икенсе көнөнә марля аша һөҙөп, сәскә баштарын ташларға. Әҙер сиробын тағы 20 минут ҡайнатып алырға кәрәк.

Тәмле булһын бәпембә балығыҙ!


Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: