+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
20 Май 2022, 07:30

Төрлө бәлештәр өсөн сүпрәһеҙ ҡамыр

Йомшаҡ ҡына сүпрәһеҙ сөсө ҡамыр баҫыу өсөн: 1 стакан йылы һөт йә кефир, 1 балғалаҡ шәкәр ҡомо, 5 — 6 аш ҡалағы үҫемлек майы, 100 грамм маргарин, самалап тоҙ, сәй содаһы һәм он.

Һөт йә кефирға шәкәр ҡомо, сода, тоҙ һалып күбекләнгәнсе туғырға.

Майҙарҙы һәм ондо һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫҡас, уны бер аҙға һалып торабыҙ.

Был ҡамыр төрлө эслекле бәлештәр өсөн бик һәйбәт.

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас