

Ханум да манты кеүек иттән һәм ҡамырҙан тора. Тик уны еңелерәк әҙерләүе.
Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: 1 йомортҡа, 50 — 100 миллиграмм һыу, 1-2 аш ҡалағы шыйыҡ май, кәрәгенсә он.
Эслеккә: 1 килограмм фарш, 2 кишер, 2 башлы һуған, тәменә ҡарап тоҙ һәм борос.
Тығыҙ итеп ҡамыр баҫҡас, уны төрөп, бер аҙға һалып торабыҙ.
Был ваҡытта эслек әҙерләйбеҙ. Эре ҡырғыстан кишер үткәреп, ваҡ туралған һуғанды ҡушып, бер аҙ ҡыҙҙырып алабыҙ.
Фаршҡа борос һәм төрлө тәмләткестәр ҡушабыҙ. Ошонда уҡ ваҡ итеп туралған картуф та ҡушырға мөмкин.
Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйгәндән һуң өҫтөнә фаршты тигеҙ генә итеп, һалып сығабыҙ. Артабан фарш өҫтөнә ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды һалабыҙ. Шунан йәймәне тығыҙ рулет формаһында урайбыҙ.
Манты бешерә торған һауытҡа һалып, парҙа 40 минут бешерәбеҙ.
Фото: sun9-45.userapi.com