Ингредиенттары:
* 400гр картуф;
* 2 йомортҡа;
* 60гр сыр;
* 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ;
* 1 тырнаҡ һарымһаҡ;
* тоҙ, борос, йәшелсәләр.
Картуфты эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға йомортҡа, ҡаймаҡ, ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы, иҙелгән һарымһаҡты, тоҙ, боросто ҡушып болғатабыҙ. Унан формаға һалып, өҫтөнә 1 йомортҡа, 30 гр сырҙы һәм йәшелсәне турап ҡушып, иҙмәне ҡоябыҙ. Запеканканы 180 градус эҫелектәге духовкала 30 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
+28 °С
Болотло




























