

Кишер менән сөгөлдөрҙө бешерәбеҙ. Һыуынғас, һәр ҡайһыһын айырым тәрилкәгә ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Сырҙы ла ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һарымһаҡты иҙәбеҙ, сәтләүекте онтайбыҙ. Йөҙөмдө ҡайнар һыуға һалып ебетеп алабыҙ.
Салат ҡатлап эшләнә:
1-се ҡат: кишерҙе майонез һәм йөҙөм менән бутап, йәйеп һалабыҙ.
2-се ҡат: майонез, һарымһаҡ һәм сырҙы бергә бутайбыҙ.
3-сө ҡат: майонез, сөгөлдөр һәм сәтләүекте бергә бутайбыҙ. Шунан өҫтөн үткәрелгән сыр менән биҙәп ҡуябыҙ.
Мәғлүмәт һәм фото: vk.com