

Йомшаҡ ҡына итеп, ҡулға йәбешмәҫ хәлгә килгәнсе, ҡамыр баҫабыҙ һәм өҫтөн ҡаплап, бер сәғәт ял иттерәбеҙ. Өлөштәргә бүлеп, йоҡа итеп йәйеп, майһыҙ табала ике яғында бешереп алабыҙ. Бешкән йәймәләрҙе урталай бөкләп, таҫтамалға урап һалырға, йомшаҡ булһын өсөн. Эсенә эслекте һалғас, ҡыҫтыбайыбыҙ әҙер. Өҫтәлгә бирер алдынан ҡыҫтыбайҙы иретелгән аҡмай менән майлап алабыҙ.
Фото: vk.com