+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
5 Июнь 2022, 13:00

Тиҙ генә әҙерләй торған ит бәлеше

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: 2 йомортҡа, ярты сәй ҡалағы тоҙ, 1 стакан он, 1 стакан кефир, 1 сәй ҡалағы сода.

Тиҙ генә әҙерләй торған ит бәлешеТиҙ генә әҙерләй торған ит бәлеше
Тиҙ генә әҙерләй торған ит бәлеше

Бәлештең эслеге өсөн кәрәк: 300 грамм фарш, 2-3 шаҡмаҡлап туралған һуған, тоҙ менән боросто тәменә ҡарап һалырға.

Кефирҙы сода менән болғатығыҙ ҙа, 5 минутҡа ҡалдырып тороғоҙ. Шунан йомортҡа, тоҙ һәм он һалып ҡамыр баҫығыҙ. Килеп сыҡҡан ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ. Май һөртөлгән табаға  йәйелгән  ҡамырҙың ярты өлөшөн һалғас, әҙер эслекте тигеҙ генә итеп һалып сығығыҙ. Шунан ҡалған ҡамыр менән бәлештең өҫтөн ябып ҡуйығыҙ.

Бәлеште 170 градус эҫелектә  40 минут бешерергә.

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас