+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
7 Июнь 2022, 08:40

Әйҙәгеҙ, хәлүә эшләп ҡарайыҡ!

Хәлүә яратаһығыҙмы? Был татлы ризыҡты әҙерләүе еп-еңел икән. Әйҙәгеҙ, бергәләшеп эшләп ҡарайыҡ.

Әйҙәгеҙ, хәлүә эшләп ҡарайыҡ!Әйҙәгеҙ, хәлүә эшләп ҡарайыҡ!
Әйҙәгеҙ, хәлүә эшләп ҡарайыҡ!

Хәлүә өсөн беҙгә 350 грамм әрселгән көнбағыш, 1,5 стакан он, 1 стакан шәкәр ҡомо, 0,5 стакан һыу, 150 мл үҫемлек майы кәрәк буласаҡ.
Көнбағышты алтынһыу төҫкә кергәнсе ҡоро табала ҡыҙҙырырға һәм ит турағыс аша үткәрергә. Айырым табала ондо ҡыҙҙырып, уны көнбағышҡа ҡушып болғатырға. Һыуҙан һәм шәкәрҙән, 10 минут дауамында, сироп ҡайнатырға. Масса шыйыҡ та, ҡаты ла булырға тейеш түгел.

Көнбағыш, он, сироп һәм үҫемлек майын бергә миксер ярҙамында болғатырға. Һалҡын үҫемлек майы менән сироп шунда уҡ бер массаға әйләнә. Ҡуйы ғына ҡушылма барлыҡҡа килгәс, төрлө емештәр һәм сәтләүектәр өҫтәп һалырға була. Һуңынан хәлүәне целлофан пакет йәйелгән һауытҡа һалырға, тығыҙлап тигеҙләргә һәм һыуытырға.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: vk.com

Фото: chocoladny.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас