+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
13 Июнь 2022, 07:40

“Ҡош һөтө” торты

Еңел генә әҙерләнгән “Ҡош һөтө” тортын бешереп ҡарайыҡ әле, дуҫтар.

Торттың корждары өсөн: 3 йомортҡа,180 грамм шәкәр ҡомо, 130 грамм он, 2 аш ҡалағы какао, бер семтем сәй содаһы, ярты стакан ҡайнаған һыу кәрәк буласаҡ.

Суфле өсөн 33 процентлы 250 грамм ҡаймаҡ, 3 йомортҡа, 170 грамм шәкәр ҡомо әҙерләгеҙ.

Тәүҙә корждарҙы бешереп алайыҡ. Барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып, миксер менән туғыйбыҙ ҙа һуңынан һыу өҫтәп, йәнә яҡшылап бутайбыҙ.

Массаны формаға һалып, 170 градусҡа тиклем йылынған мейескә ҡуйып, 35 минут бешереп алабыҙ.

Ул һыуынған арала суфле яһайыҡ. Йомортҡаның ағын һарыһынан айырып алабыҙ ҙа, шәкәр ҡушып, миксер менән оҙаҡ ҡына туғыйбыҙ. Ҡаймаҡты ла айырым һауытта миксер ярҙамында бутайбыҙ. Һуңынан ике массаны бергә ҡушып, ҡалын итеп корж өҫтөнә һылайбыҙ.

Шунан 1-2 сәғәткә Һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Торт әҙер. Фантазияғыҙға ҡарап, тәмлекәсте матур итеп биҙәп тә ҡуйһағыҙ була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас