+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
18 Июнь 2022, 05:10

Картуф кәтлите

Кәрәк буласаҡ:  1 килограмм картуф, 3 сей йомортҡа, ярты стакан он, 2 аш ҡалағы аҡ май (үҫемлек майы ла ярай).

Картуф кәтлитеКартуф кәтлите
Картуф кәтлите

Әрселгән картуфты ҡырғыстан үткәргәс, уға йомортҡа, май, әҙерәк он ҡушып, һәйбәтләп бергә болғатаһың. Самалап тоҙ һалына, ваҡ ҡына итеп туралған һуған ҡушып ебәрергә лә була.
Шунан уны тигеҙ өлөштәргә бүлеп, һәр береһен кәтлит формаһына килтереп, онда тәгәрәтеп алаһың. Аҙаҡ ҡайнар майлы табаға теҙеп һалаһың. Күпмелер ваҡыт бешкәс, икенсе яғын әйләндерәһең.

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас