

Бының өсөн 500 грамм самаһы бауыр, 2 баш һуған, 1 стакан ҡайнаған һөт, 3 йомортҡа, ҡыҙыл борос, тоҙ, 4-5 ҡалаҡ үҫемлек майы, ярты стакан он кәрәк буласаҡ.
Бауыр менән һуғанды ит үткәргестән сығарып, ҡайнап һыуынған һөт ҡушабыҙ, йомортҡа, көнбағыш майы, тоҙ, борос, он һалып барыһын бергә яҡшылап болғатабыҙ. Килеп сыҡҡан массаны йоҡа ғына итеп табаға йәйеп, ике яғынан да бешерәбеҙ.
Ә хәҙер эслек әҙерләйек.
Беҙгә 2 баш һуған, 2 кишер, тәменсә ауыл ҡаймағы, соус, тоҙ, борос, базилик, петрушка кеүек тәмләткестәр кәрәк буласаҡ. Эслектең барыһын бергә табала ҡыҙҙырабыҙ һәм торт йәймәләре араһына һылайбыҙ. Бешергән саҡта эҫе көйө һалынһа, эслеге һеңеп, тәмле һәм һутлы килеп сығасаҡ.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com