Борон-борондан уны йомарлап, әүәләп киптерәләр. Шулай уҡ шыйыҡ ҡорот та әҙерләйҙәр, төрлө емеш ҡушып та эшләйҙәр.
Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Гөлназ Сурина үҙенсәлекле ҡорот киптереү ысулы уйлап тапҡан. Ул торт биҙәгес ҡулайма менән (фотоһүрәттәге) һоҡланғыс һәм тәмле ҡорот әҙерләй. Бигерәк тәмле күренә, кәнфит кеүек берәмләп ал да ҡап ҡына...