Кәрәкле буласаҡ: 200 грамм ваҡ итеп тартылған талҡан, 200 грамм аҡ май, 3 аш ҡалағы бал (күберәк һалырға ла мөмкин), 4 аш ҡалағы ҡуйыртылған һөт, 2 аш ҡалағы какао.
Аҡ майҙы, балды талғын утта иретеп алабыҙ. Ошо массаға ҡуйыртылған һөт ҡоябыҙ. Әҙ-әҙләп талҡан өҫтәп, ҡуйы иҙмә барлыҡҡа килгәнсе бутайбыҙ. Әҙер иҙмәнән бәләкәй йомро шарҙар әүәләйбеҙ, шулай уҡ йомро форма эсенә ҡыҙҙырылған арахис, грек сәтләүеге лә һалып ҡалдырырға мөмкин. Барлыҡҡа килгән шарҙарҙы – йомро кәнфиттәрҙе ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән аҡ шоколад йәки кокос онтағында тәгәрләтеп алабыҙ. Сит илдәрҙән килтереп, беҙҙең магазиндарҙа һатылған «Рафаэлло»ң ары торһон.
+28 °С
Болотло




























