

Һөт ҡайнап сыҡҡас, йомортҡа ҡушылған ҡаймаҡты өҫтәйбеҙ ҙә бер ҡалаҡ тоҙ һалабыҙ. Эргәһенән китмәй генә болғап торорға кәрәк. Бына ҡаймаҡ-йомортҡалы һөт йәнә ҡайнап сыҡты, хәҙер утын кәметеп, теүәл 7 минуттан эремсеге айырылып сығыу менән һүндерәбеҙ. Тағын 7 минут көтәбеҙ ҙә ваҡ итеп туралған йәшел тәмләткес үләндәр, әгәр булһа, паприка йә әҙ генә ҡыҙыл борос ҡушып бутайбыҙ һәм 10 минутҡа ултыртып торабыҙ. Шунан һарҡытып, килеп сыҡҡан сырҙы һауытҡа бушатып,ҡапҡасы өҫтөнә берәй ауыр нәмә һалабыҙ.
Ризығыбыҙ әҙер,ул әҙерәк Адыгей сырына ла оҡшаған. Ҡыяр менән помидор салатына ла ҡушып ебәрергә мөмкин. Бик тәмле була.
Фото: vk.com