

Элек бындай мөмкинлек булмағанлыҡтан, әсәй-өләсәйҙәребеҙгә ҡыйынғараҡ тура килгән. Өҫтәүенә, шәкәргә лә ҡытлыҡ кисергән ваҡыттар булды. Шуға улар емеште киптереп һаҡлаған, ҡаҡ ҡойған. Уйлап ҡараһаң, ҡаҡтан да файҙалыһы юҡ кеүек. Артыҡ татлы ла түгел, емештең бөтә витамины тиерлек шул килеш һаҡлана. Бөгөн ҡаҡ әҙерләү серҙәрен асыҡлап ҡарайыҡ.
Ҡаҡ еләк-емеш иҙмәһенә бер аҙ шәкәр, бал, башҡа емештәрҙең һутын ҡушып әҙерләнә. Емеш иҙмәһен әҙерләү өсөн иң тәүҙә уны һыуҙа яҡшылап йыуырға, һуңынан төшөн алып, таҙартырға. Ҡаҡ ике төрлө әҙерләнә. Беренсеһе емеш-еләкте блендер аша үткәреп, бешермәй генә эшләнә. Икенсе ысул буйынса иһә емеште 40 минут самаһы ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнатҡан ваҡытта бүленеп сыҡҡан һутын түгергә онотмағыҙ. Ҡалғанын шулай уҡ блендер менән иҙеп, киптерергә генә ҡала. Әйткәндәй, емештең төшөн алдан да алырға мөмкин, бешергәндән һуң иләк аша ла үткәрергә була. Был осраҡта ҡабығы менән төшө үҙенән-үҙе иләктә тороп ҡала.
Ҡаҡты киптереүҙең дә бер нисә ысулы бар. Һәр кем үҙенә уңайлыһын һайлап ала.
Асыҡ һауала
Был борондан килгән ысул. Ҡаҡты майланған туҡмас таҡтаһына, батмусҡа йәйеп һалып, ҡояш аҫтына ҡуйып киптереү. Эҫе көндә тәүлек эсендә әҙер булыуы ихтимал. Ғөмүмән, бындай тәбиғи ысул менән киптереү өсөн 2 – 4 көн ваҡыт китә.
Мейестә
Бының өсөн еләк иҙмәһен пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға ҡойоп, 80 – 90 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуйырға. Ҡаҡ 5 – 6 сәғәттән әҙер була. Был осраҡта мейес эсендә һауа алмашынып торһон өсөн, уның ишеген бер аҙ асып ҡуйыу шарт.
Махсус киптергестә
Еләк-емеш киптереү өсөн заманса махсус киптергестәр – хужабикәләр өсөн ҡаҡ әҙерләүҙә бик яҡшы ярҙамсы. Уның тәрилкәләренә шулай уҡ пергамент ҡағыҙы һалып, ҡаҡ йәбешмәһен өсөн өҫтөн әҙ генә майлап, емеш иҙмәһен ҡойорға. Еләк-емештең кибеү ваҡыты уның ҡалынлығына бәйле. Ғәҙәттә, 70 градуста 5 – 7 сәғәттә әҙер була. Ҡаҡтың әҙерлеген бармаҡҡа йәбешмәүенә ҡарап белергә була. Ҡаҡты ҡапҡас ябылған быяла банкала һаҡларға мөмкин. Шулай уҡ шыптыр ҡаптарға төрөп, һыуытҡыста һаҡлайҙар. Оҙаҡ һаҡлау өсөн махсус ҡаптарҙа туңдырғысҡа ҡуялар.
Еләктән
Ҡаҡ ҡойоу өсөн еләкте таҙартырға һәм һалҡын һыуҙа яҡшы итеп йыуырға кәрәк. Шунан блендер менән иҙеп, тәменә ҡарап шәкәр өҫтәргә. Килеп сыҡҡан массаны кәстрүлгә һалып, ҡайнап сыҡҡандан һуң 1 – 2 минут ҡына бешереп алырға. Артабан табаға тигеҙ итеп йәйеп һалып, ҡулға йәбешмәҫлек хәлгә еткергәнсе киптерергә. Ипләп кенә пергамент ҡағыҙын ҡаҡ менән бергә әйләндерергә һәм айырып алырға. Ысҡынмаған хәлдә, ситтәрен әҙ генә еүешләргә мөмкин.
Мәғлүмәт: vk.com