+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
20 Июль 2022, 08:15

Ҡарбуздан — ҡайнатма

Кәрәк була:1 килограмм ҡарбуз(йомшаҡ ере), 800 грамм шәкәр, бер лимон һуты, ванилин.

Ҡарбуздан — ҡайнатмаҠарбуздан — ҡайнатма
Ҡарбуздан — ҡайнатма

Әҙерләү:
ҡарбуздың йомшаҡ ерен шаҡмаҡлап турайбыҙ, емештәрен алабыҙ. Шәкәр менән бутап 2-3 сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Һуңынан һутын һарҡытып сироп эшләйбеҙ. Ошо сиропты ҡарбузға ҡойоп,талғын утта ҡайнар хәлгә еткерәбеҙ. Ҡайнатманы уттан алып 8-10 сәғәткә һыуынырға ҡуябыҙ.
Һыуынғандан һуң тағы бер тапҡыр ҡайнатып сығарабыҙ һәм 3-5 сәғәткә һыуынырға ултыртабыҙ. Шунан ванилин, лимон һуты өҫтәп,йәнә лә 3-5 минут ҡайнатып алабыҙ.
Ниһайәт,ҡайнатмабыҙ әҙер,уны стерилизацияланған банкаларға тултырып, ҡапҡастар менән ябып ҡуйһаҡ та була!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас