

Таш ҡабаҡты эре ҡырғыста ҡырып, һыуын һығабыҙ. Ҡырылған таш ҡабаҡҡа ваҡ ҡырғыс аша сығарылған йәки иҙелгән һарымһаҡ ҡушабыҙ.
Айырым һауытта һөткә йомортҡа һалып болғатабыҙ, тоҙ һибәбеҙ. Майланған табаға таш ҡабаҡты һалып, өҫтөнә йомортҡа менән он ҡатнашмаһын ағыҙабыҙ. Ваҡ итеп туралған йәшел тәмләткес һәм телемләп киҫелгән помидор һалабыҙ. Иң өҫкә сыр ыуып һибәбеҙ ҙә 30 — 35 минут мейестә бешерәбеҙ.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com