

1 стакан ҡайнап торған һыуға 11 стакан сейәне һалып ҡайнатығыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 10 минут талғын утта тотоп, 7 стакан шәкәр өҫтәп, тағы ла 10 минут ҡайнатып, һүндерергә кәрәк. Шунан йәнә 7 стакан шәкәр һалып, эреп бөткәнсе болғатығыҙ.
Ҡайнатма һыуынғас, яңынан ҡайнатып алып, эҫе килеш банкаларға тултырығыҙ.
Сейәнең һөйәген алыу йәки алмау үҙегеҙҙең ҡарамаҡҡа. Кемгә нисек оҡшай инде. Сәй янына бик тәмле, ҡуйы ҡайнатма килеп сығасаҡ.
Сығанаҡ: vk.com
Фото: goodfon.ru