+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
28 Июля 2022, 07:15

Ҡабаҡ эсендә ҡабаҡ ашы

Кәрәк буласаҡ: 1 ҙур һәм 4 бәләкәй ҡабаҡ, 2 һуған, 4 тырнаҡ һарымһаҡ, 4 стакан тауыҡ һурпаһы, 1 стакан һөт өҫтө(сливки), 1 стакан һыу, 6 аш ҡалағы һыйыр майы, ярты балғалаҡ ваҡланған мускат сәтләүеге, 1 балғалаҡ тимьян, үҫемлек майы, тәменсә тоҙ һәм борос.

Ҡабаҡ эсендә ҡабаҡ ашыҠабаҡ эсендә ҡабаҡ ашы
Ҡабаҡ эсендә ҡабаҡ ашы
Әҙерләү: ҙур ҡабакты уртаға бүлеп, тышын,емештәрен, ептәрен таҙартабыҙ, үҫемлек майы менән майлайбыҙ, тоҙлайбыҙ ҙа борос һибеп, мейес табаһына  һалабыҙ. Һарымһаҡты иҙеп, ҡабаҡ янына һалып сығабыҙ. Бәләкәй ҡабактарҙың баштарын ҡырҡып, эстәрен алып, шулай уҡ табаға ултыртабыҙ. Барыһын да фольга менән ҡаплап, 200 градус ҡыҙыулыҡта мейестә 45 минут бешерәбеҙ. Бешеп сыҡҡас, ҡабаҡ менән һарымһаҡты блендер ярҙамында иҙәбеҙ(пюре эшләйбеҙ). Кәстрүлдә һыйыр майын иретеп,шунда һуғанды турап ҡыҙҙырабыҙ. Тимьян, ҡабаҡ пюреһын, тауыҡ һурпаһын, һөт өҫтөн, мускат сәтләүеген өҫтәйбеҙ ҙә барыһын бергә бутап, 20-15 минут талғын утта йылытабыҙ. Ашты ҡабаҡ һауыттарға һалып сығабыҙ. Үҙегеҙ теләгәнсә ҡаймаҡ, паста йә иһә ҡыҙҙырылған ҡабаҡ емештәре менән өҫтәлгә бирергә була.
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Сығанаҡ һәм фото: vk.com
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас