+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
30 Июль 2022, 06:25

Ҡара ҡарағаттан ҡайнатма

Ҙур һауытта 6 стакан һыу, 10 стакан шәкәр ҡомо һалып, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметеп, 20 минут тағы ҡайнатабыҙ.

Ҡара ҡарағаттан ҡайнатмаҠара ҡарағаттан ҡайнатма
Ҡара ҡарағаттан ҡайнатма

20 минуттан һуң был массаға 15 стакан йыуылған ҡарағат һалырға кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, теүәл 5 минут утта тотабыҙ. Күбеген йыйып алабыҙ.

Ҡайнатмаға тағы 15 стакан шәкәр ҡушып, иреп бөткәнсе болғатабыҙ. Һыуынғас, банкаларға тултырабыҙ.

Г. ЙӘМИЛОВА.

Сығанаҡ: toratau.ru

Фото: yandex.net

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас